04:51 (UTC+5), 21 Август 2012

Республика менән Австрияның Kronospan компанияһы араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйылды

«Башинформ»
17 августа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Kronospan Holdings East Ltd компаниялары төркөмө башлығы Питер Кайндл республикала ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур предприятие төҙөү тураһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Килешеүгә ярашлы, яңы Kronospan производствоһы Башҡортостандың Өфө районында урынлашасаҡ һәм 2014 йылда продукция етештерә башлаясаҡ.
— Башҡортостан Республикаһы был проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҙ өҫтөнә ҙур бурыстар ала, - тине Рөстәм Хәмитов документҡа ҡул ҡуйыр алдынан. – Завод төҙөләсәк майҙансыҡты инфраструктура менән тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ. Был проект беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн Башҡортостанда ағас эшкәртеүгә бәйле яңы этап башлана. Объект төҙөү сроктары үтә ҡыҫҡа, йыл ярымдан беҙҙә тулы ҡеүәтенә эшләгән предприятие булырға тейеш. Республика үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы тулыһынса үтәйәсәк, тип гарантиялай алам.
— Был проект ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү өлкәләрендә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн яҡшы стимул булып торасаҡ, тип ышанам, - тине Питер Кайндл. – Проектты тормошҡа ашырыу барышында яңы эш урындары булдырыласаҡ. Уны тейешле кимәлдә ғәмәлгә ашырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
Kronospan компанияһы етәкселеге яңы инвестицион майҙансыҡ булдырыу өсөн Рәсәйҙең бер нисә төбәген ҡараған. Башҡортостан иң яҡшы шарттар тәҡдим иткәнгә күрә, компания нәҡ беҙҙең төбәкте һайлаған. Бынан тыш, предприятие нигеҙендә ағасты тәрән эшкәртеү буйынса индустриаль парк булдырыу планлаштырыла. Бының өсөн республиканың Өфө районында яҡынса бер мең гектар ер бүленгән.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика