07:07 (UTC+5), 17 Августа 2012

Константин Канунников һәм Николай Самойленко «Йәш Гвардия»ның V съезында республика исеменән сығыш яһай

Марина Шумилова
17 августа Липецк өлкәһендә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның V съезы үтә. «Йәш Гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе исеменән ике делегат - «Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунников һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко сығыш яһай.
Сарала меңдән ашыу кешенең, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән «Йәш Гваридия»ға оҡшаш йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Съездың көн тәртибенә түбәндәге өс һорау индерелгән: «Йәш Гвардия» Уставының яңы редакцияһын раҫлау; ойошманың етәкселәр составын яңыртыу; «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның федераль проекттарын раҫлау.
26 июндән «Йәш Гвардия» сайтында яңы бит (forum.mger2020.ru/gvardeysk) булдырылғайны, унда теркәлгән һәр кеше 15 июлгә тиклем «Йәш Гвардия» эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала ине. Съезды ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, интернет менән ҡулланыусылар «Йәш Гвардия» Уставына 17-нән ашыу төҙәтмә индергән, ойошманың етәксе органдарына 50-нән ашыу кандидатура, шулай уҡ федераль статусҡа дәғүә иткән 70-тән ашыу төрлө проект тәҡдим иткән. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Канунников - «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Волга буйы федераль округы буйынса координаторы вазифаһына өс кандидат иҫәбендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика