Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Август 2012, 14:17
Рөстәм Хәмитов: Мәғариф өлкәһенә быйыл 45 миллиард һум йүнәлтеләсәк
Мәғариф өлкәһенә быйыл 45 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта 11 августа Стәрлетамаҡ халҡы менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта республика бюджеты 140 миллиард һум тәшкил итте, тип хәбәр итте ул.
— Киләһе йылға уҡытыусыларҙың, шул иҫәптән йәш белгестәрҙең эш хаҡын арттырыуға ҙур ресурстар, ике миллиард һумдан ашыу аҡса планлаштырылған, - тине БР Президенты. – Эш хаҡын уртаса республика кимәленә еткереү бурысын үтәйәсәкбеҙ.
Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов төбәктә социаль торлаҡ төҙөү программаһының тормошҡа әүҙем ашырылыуын билдәләне.
— Һәр ҡалала, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта, социаль торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнәсәк төҙөүселәр өсөн бушлай майҙансыҡтар бүленгән. Быйыл – яҡынса 100 мең квадрат метр, киләһе йылға 250-300 мең квадрат метр бындай торлаҡ төҙөләсәк. Квадрат метры яҡынса 20-25 мең һум торасаҡ. Тиҙҙән социаль найм буйынса торлаҡ төҙөлә башлаясаҡ, - тине республика башлығы.
Автор:
Эльмира Сабирова, Дмитрий Слезин
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
август кәңәшмәһе-2012
Читайте нас