10:00 (UTC+5), 13 Август 2012

Рөстәм Хәмитов бер йыл эсендә мәғарифҡа һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартырға ҡушты

Эльмира Сабирова, Дмитрий Слезин
Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғарифҡа бәйле бер нисә мөһим мәсьәләгә ҡағылды.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, бөгөн республика мәктәптәрендә 400 мең уҡыусы белем ала, совет осоронда уларҙың һаны 700 меңдән ашыу булған.
— Ул осорҙа белем биреү системаһы бурысын үтәй ала ине, ә бөгөн нимәләр күҙәтелә? Республикала бер уҡыусы булған – 150, ике уҡыусы булған – 300, өс бала уҡыған – 500-600 класс бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Беҙ барлыҡ ресурстарҙы ла йәлеп иттек, башҡаса аҡса бүлә алмайбыҙ.
Бының өсөн эске мөмкинлектәрҙе ҡулланыу, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу зарур, тип белдерҙе ул. Республика башлығы мәғлүмәттәре буйынса, бындай сығымдар 5,5 миллиард һум тәшкил итә. Ошоға бәйле Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәғариф министрлығына һәм вице-премьерына йыл эсендә мәғарифҡа һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы 20 процентҡа ҡыҫҡартырға ҡушты, «әммә мәктәптәр һанын ҡыҫҡартыу иҫәбенә түгел», тип аңлатты ул.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика