07:37 (UTC+5), 13 Август 2012

Башҡортостан Президенты БР Хөкүмәтендәге үҙгәрештәргә комментарий бирҙе

Эльмира Сабирова, Дмитрий Слезин
11 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән мәғариф буйынса август кәңәшмәһе сиктәрендә Башҡортостан Президенты ҡала халҡының Хөкүмәт Аппаратын реформалаштырыуға ҡағылышлы һорауына яуап бирҙе. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был идара итеү системаһы ябай, бер каналлы, бер ниндәй тармаҡтарһыҙ һәм бюрократияһыҙ булһын өсөн эшләнгән.
— Ябай бер миҫал килтерәм. Йорт ҡыйығын ремонтлау өсөн акса бүлеүҙе һорап миңә бер хат килеп төшә. Мин уны – Премьер-министрға, Премьер-министр – вице-премьерға, вице-премьер – министрға, министр бүлек начальнигына йүнәлтә. Нисәмә баҫҡыс! Хәҙер, был идара итеү системаһы ғәмәлләштерелгәс, мин шунда уҡ министрға һәм эш менән таныш булһын өсөн вице-премьерға яҙам. Бының менән кәрәкмәгән бюрократик эшмәкәрлекте ҡыҫҡартабыҙ. Был, беренсенән. Икенсенән, Министр туранан-тура Президент алдында яуап бирә. Бөгөн ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙы үтәү тиҙлеге мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. - Әлбиттә, республика етәксеһе аҡсалар, мөлкәт, ер менән бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе, халыҡтың кәйефен белергә тейеш. Бығаса бындай мәсьәләләр Министрҙар Кабинеты, Хөкүмәт аша үтә ине. Президент был осраҡта Англия Королеваһы һымаҡ сығыш яһай – барыһына ла ул кәрәк кеүек, әммә бер нимә өсөн дә яуап бирмәй. Минеңсә, Президент һәр саҡ ваҡиғалар эсендә булырға, барыһын да белергә, идара итергә, ҡайһы бер ерҙә төҙәтеп ебәрергә, ресурстар йүнәлтергә тейеш.
Рәсәй тураһында һүҙ йөрөткәндә, илдең барлыҡ субъекттарында тиерлек бындай бер каналлы идара итеү моделе булдырылған. Төбәк башлығы, губернатор, Хөкүмәт рәйесе бар. Был кеше идара итеү структураһына эйә. Бер ниндәй ҙә тармаҡланған идара итеү системаһы юҡ. Мин донъя кимәлендәге тәжрибәне өйрәндем һәм, башҡа бер ерҙә лә тиерлек беҙҙәге кеүек бындай ике власлылыҡ юҡ, тип әйтә алам. Федерация субъекты бар, төбәк етәксеһе бар һәм ул ундағы барлыҡ ваҡиғалар өсөн яуап бирә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика