Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Август 2012, 17:54
Башҡортостан Президенты БР Хөкүмәте эшмәкәрлегенә ҡағылышлы бер нисә указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер нисә указға ҡул ҡуйҙы, уларға ярашлы ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алды, БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһын булдырҙы, шулай уҡ БР Хөкүмәте ағзалары араһында вәкәләттәр бүлеүгә үҙгәрештәр индерҙе.
Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры бурыстарына республика Президенты ҡушҡан эштәрҙе башҡарыуға контроллек итеү, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген координациялау инә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһына Рәүф Ноғоманов тәғәйенләнде. Ул Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең халыҡ-ара саммитын үткәреүгә әҙерлек, шулай уҡ төҙөлөш һәм транспорт мәсьәләләрен контролдә тотасаҡ.
Вице-премьер Сергей Афонин элеккесә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе өсөн яуап бирә. БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновҡа БР Мәғариф министрлығы эшмәкәрлеген координациялау бурысы өҫтәлде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Прездиентының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:
«Башинформ»
Теги:
бр президенты указдары
кадрҙар тәғәйенләү
бр хөкүмәте
Читайте нас