05:03 (UTC+5), 27 Июля 2012

Башҡортостан менән Ростов өлкәһе хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

«Башинформ»
Башҡортостан һәм Ростов өлкәһе Хөкүмәттәре сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев 26 июлдә Дондағы Ростов ҡалаһында ҡул ҡуйҙы.
Яҡтар киләсәктә килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар программаһын әҙерләргә һәм уға айырым проекттар индерергә һөйләште, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ауыл хужалығы машиналарын эшләү хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора.
— Башҡортостанда булған дүрт мең комбайндың өс меңе «Ростсельмаш» компаниһында эшләнгән. Уларҙы яңыртыу талап ителә. Яңы төр машиналар ҙа бар, уларҙы һатып алырға теләйбеҙ. Бында «Ростсельмаш» етештергән машиналарҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр үткәрергә килдек, - тине республика башлығы.
— Беҙҙең төбәктәрҙең оҡшаш яҡтары күп. Һәм беҙҙең өсөн ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, юғары технологиялар өлкәләрендә Башҡортостан предприятиеларының эш тәжрибәһен өйрәнергә мөмкинлек килеп тыуа, - тине Василий Голубев.
Башҡортостандың рәсми делегацияһы визиты барышында күп функциялы үҙәктәрҙең эшен ойоштороу буйынса тәжрибә өйрәнелде.
— Беҙҙең республикала беренсе үҙәк яңы саҡ асылды ғына. Ә Ростов өлкәһендә йыл аҙағынаса һәр ҡалала бындай үҙәктәр асыласаҡ. Беҙҙе был эштең нисек ойошторолоуы ҡыҙыҡһындыра, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Әлеге ваҡытта республикала радиоэлектроника кластеры булдырыла, вертолет двигателдәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүҙе ойоштороу планлаштырыла. Был йүнәлеш «Роствертол» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн ҡыҙыҡ булыуы мөмкин, тип һөйләне Башҡортостан Президенты.
Бынан тыш, ике төбәк башлыҡтарының осрашыуы барышында Дондағы Ростов менән Өфө араһында һауа юлын ойоштороуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡарар ителде.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика