Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Июль 2012, 12:34

Республикала Рәсәй сәйәсәте мәктәбе «берҙәм рәсәйлеләр» өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе үҙенең партия структураларында эшләү өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләй башларға ниәтләй. Бындай эшмәкәрлек менән Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе шөғөлләнәсәк.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышында Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры, «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль проекттары кураторы Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тәҡдим итеп, уларҙы тормошҡа ашыра алған һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең төп маҡсаты булып тора. Мәктәпкә уҡырға ингәндә үҙеңдең инновацион йәки социаль проектың булыу мотлаҡ.
Башҡортостанда Рәсәй сәйәсәте мәктәбе эшләй башлағандан алып унда йәмғеһе 100 кеше уҡып сыҡты. Белем биреү һөҙөмтәләре буйынса социаль йүнәлештәге 32 проект тормошҡа ашырылды, уларҙың алтауһы республика статусын алды. Улар иҫәбендә - «Өсөнсө быуын халыҡ университеты», «Социаль туризм», «Асыҡ мөхит», «Башҡортостандың социаль картаһы». Ҡайһы бер эштәр партия йәки автор проекттары булараҡ тормошҡа ашырыла.
Мәктәпте тамамлаған 72 кеше, сертификаттан тыш, «Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ» специальносы буйынса дәүләт өлгөһөндәге танытмалар алды. 15 кеше әлеге ваҡытта дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт системаһында эшләй, мәктәпте тамамлаусы ете кеше БР Дәүәләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм республиканың Йәмәғәт палатаһы составына инде. 12 кеше «Берҙәм Рәсәй»ҙең һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәләрендә етәксе вазифаларында эшләй.
Әлеге уҡыу йылы башынан Рәсәй сәйәсәте мәктәбе проекты үҫеш өсөн яңы импульс алды, тип иҫәпләй Рөстәм Әхмәҙинуров.
— Мәктәптең эксперттар Советын «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов етәкләне, мәктәпте тамамлаусыларҙың проекттарына ҡатыраҡ талаптар ҡуйылды, проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле эшмәкәрлек буйынса башҡарма власть органдары менән тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырылды, - тип билдәләне ул. - «Халыҡ хөкүмәте» быға бер миҫал булып тора. Уны масштаблы «Асыҡ республика» проектына индереү планлаштырыла.
Партия кадрҙарын әҙерләгәндә Рөстәм Әхмәҙинуров башҡа төбәктәрҙәге партия ойошмаларының тәжрибәһенә таянырға һәм Рәсәй сәйәсәте мәктәбе ҡарамағында Партия кадрҙарын әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү үҙәген асырға тәҡдим итте.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: