10:54 (UTC+5), 26 Июль 2012

Рөстәм Хәмитов Triangle холдинг компанияһы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе

«Башинформ»
25 июлдә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Triangle («Трайангл») холдингы президенты Дин Юйхуа етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының эшлекле даирәһе вәкилдәре менән осрашты.
Осрашыуҙа Башҡортостанда шиндар етештереү буйынса завод төҙөү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был компания вәкилдәренең республикаға икенсе визиты. Уның һөҙөмтәләре буйынса заводты төбәктә урынлаштырыу мөмкинлектәренә бәйле ҡарар ҡабул ителәсәк. Әгәр бындай ҡарар ҡабул ителһә, тәүге этапта проектҡа инвестициялар күләме яҡынса 250 миллион евро тәшкил итәсәк, ҡеүәте – йылына 4 миллиондан ашыу шина. Төҙөлөш өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы ике майҙансыҡ ҡарала. Уларҙы ентекләберәк өйрәнеү маҡсатында делегация визиты программаһына был инвестицион майҙансыҡтарға барыу ҙа индерелгән.
Әгәр Triangle компанияһы завод төҙөү өсөн республиканы һайлаһа, уға иң уңайлы шарттар булдырыласаҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов һөйләшеү барышында. Атап әйткәндә, холдингты 10 йылға милеккә һалым түләүҙән бушатыу планлаштырыла. Бынан тыш, төҙөлөш майҙанын әҙерләү, уға коммуникациялар үткәреү буйынса сығымдарҙы Башҡортостан үҙ өҫтөнә аласаҡ. Шулай уҡ республика шина сәнәғәте өсөн сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.
Бер ай элек республикаға «Трайангл» компанияһының вице-президенты килде һәм һөйләшеүҙәрҙең тәүге этабы үткәрелде, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— «Трайангл» компанияһының Башҡортостанды эре предприятие төҙөү өсөн майҙансыҡ булараҡ күҙ алдына килтереүе беҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ, - тине Президент. – Был беҙҙең өсөн оло хөрмәт булыр ине. Предприятиеға эшләргә уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Яңы предприятиелар төҙөү беҙҙең өсөн өҫтөнлөк булып тора, шуға күрә беҙгә инвестициялар менән килгән компаниялар өсөн иң уңайлы шарттар булдырабыҙ.
Республика башлығы хеҙмәттәшлектең дауам ителәсәгенә ышанысын белдерҙе.
Дин Юйхуа, үҙ сиратында, ойошторолған осрашыу өсөн рәхмәтен белдерҙе.
— Һеҙҙең республика файҙалы ҡаҙылмаларға, нефткә, газға бай. Һеҙҙә сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫешкән. Бында килеп, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, - тине Ҡытайҙан килгән ҡунаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика