04:59 (UTC+5), 25 Июля 2012

Республика Президенты менән Куба дипломаты ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе

Сергей Захаров
24 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Куба Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Хуан Вальдес Фигероа менән осрашты.
Осрашыуҙа ике республика араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, тауарҙар әйләнешен арттырыу, шулай уҡ гуманитар өлкәлә үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Әлеге ваҡытта Куба менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр ныҡлап үҫешмәгән. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 7,5 мең АҠШ доллары тәшкил иткән.
Һөйләшеү барышында нефть эшкәртеү, нефть химияһы, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре билдәләнде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай уҡ һүҙ республиканың медицина хеҙмәткәрҙәренең Кубалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында стажировка үтеүе буйынса программа булдырыу мөмкилектәре хаҡында ла барҙы.
— Һеҙҙең менән бер нисә һорауҙы тикшерергә теләр инек. Был хеҙмәттәшлек мәсьәләләре – тәү сиратта улар һеҙҙең студенттарҙың Башҡортостанда белем алыуына йәки, киреһенсә, һеҙҙең илдең уҡыу йорттарында республикабыҙ өсөн белгестәр әҙерләүгә бәйле. Кубала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең ни тиклем яҡшы үҫешкәнен беләбеҙ. Һәм, әлбиттә, беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре Кубаның медицина учреждениеларында стажировка үтә алһа, беҙ бик шат булыр инек, - тине Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итеп.
— Һеҙгә иген, аҙыҡ-түлек продукцияһын поставкалай алыр инек. Беҙҙә экологик яҡтан таҙа ит – һыйыр, һарыҡ, сусҡа итен етештереү өсөн сеймал базаһы яҡшы үҫешкән, - тип билдәләне Президент. – Кубаға урман сәнәғәте продукцияһын поставкалап, был өлкәлә эшләргә теләүсе Куба предприятиеларын йәлеп итә алыр инек.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия мәсьәләләре буйынса ғилми учреждениеларҙың хеҙмәттәшлек итеүе тураһында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
— Һеҙ институттарҙа булдығыҙ, университеттарҙы күрҙегеҙ. Моғайын да һеҙгә бындай тәҡдимдәрҙе әйткәндәрҙер. Потенциал бик юғары, - тине республика башлығы. Бергә үҫтерерлек перспективалы йүнәлештәр ҙә бар, тип белдерҙе ул. Мәҫәлән, туризм һәм шифахана-курорт дауаланыуы өлкәләрендә.
Хуан Вальдес Фигероа билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Куба Рәсәй Федерацияһы менән бик һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдыра һәм Башҡортостан менән бәйләнештәр был хеҙмәттәшлектең мөһим бер өлөшө буласаҡ.
— Яңыраҡ беҙҙең президент Рауль Кастро Рәсәйгә визит менән килеп китте. Ул Владимир Владимирович Путин һәм Дмитрий Анатольевич Медведев менән осрашты. Беҙ мөһим йүнәлештәр билдәләнек. Әлбиттә, был нефть эшкәртеү, медицина һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү. Был йүнәлештәрҙе урап үтергә тейеш түгелбеҙ һәм уларҙы Башҡортостан менән үҫтерәсәкбеҙ, тип ышанабыҙ, - тине Азатлыҡ утрауының рәсми вәкиле.
Куба дипломаты Президентҡа Башҡортостанда уҡыған студент Хайме Лопес Гарсиянан бүләк тапшырҙы.
— Был «шах» тип аталған Куба аты «еңеү» тигәнде аңлата. Һеҙҙең менән – еңеү. Бында ниндәйҙер башҡорт рухы тойола, тип тә әйтер инем. Уны эшләүсе студент Башҡортостанда йәшәгән йылдарын бик һағыныуын әйтте, - тине Хуан Вальдес Фигероа.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика