06:59 (UTC+5), 25 Июля 2012

Рөстәм Хәмитов Австрияның рәсми делегацияһы менән осрашты

Сергей Захаров
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Австрия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Маргот Клестиль-Лёффлер менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ илселектең сауҙа советнигы Дитмар Фелльнер һәм илселектең икенсе секретары Флориан Гродер ҡатнашты.
Осрашыуҙа эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, Австрия һәм Башҡортостан араһында тауарҙар әйләнешен арттырыу мәсьәләләре тикшерелде. Дипломатик миссия башлығы менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов сит ил инвесторҙарына республикала эшләү өсөн уңайлы шарттар гарантиялауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан юғары технологиялар өлкәһендә Австрия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы. Уның һүҙҙәренсә, республикала Көнбайыш Европа илдәрен ҡыҙыҡһындыра алған заманса эшләнмәләр бар.
— Бөгөн беҙ инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек алып барабыҙ.
Тәү сиратта юғары технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләр инек. Был металдарҙы эшкәртеү өсөн яңы прецизион электрохимия станоктарын етештереү. Улар медицина, приборҙар һәм автомобилдәр эшләү өлкәләре өсөн ҡорамалдар етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Австрияла бындай станоктарҙы берлектә етештерергә тәҡдим итә алыр инек, артабан уларҙы Көнбайыш Европа илдәренә сығарырға була, - тине Президент. – Австрия сәнәғәтселәре һәм етештереүселәре өсөн иң уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Административ кәртәләр, бизнесты ҡыҫырыҡлау булмаясаҡ, ул бюрократик структураларҙан яҡлаулы буласаҡ, тип гарантиялайбыҙ. Был минең шәхси гарантиям, - тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.
Маргот Клестиль-Лёффлер һүҙҙәренсә, Австрия иҡтисады һәм Башҡортостан Республикаһы иҡтисады структураһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, бында уртаҡ йүнәлештәр күп һәм хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциал бар.
— Беҙҙә юғары технологиялар, туризм өлкәләрендә эшләүсе фирмалар бихисап, улар үҙ тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлаша алыр ине. Белеүемсә, Башҡортостанды «Рәсәй Швейцарияһы» тип атайҙар. Австрияла урындағы ауыл хужалығы продукцияһы юғары баһалана. Арттырып әйтергә теләмәйем, әммә Австрияның ауыл хужалығы продукцияһы Европала иң яҡшыһы һанала. Был йәһәттән тәжрибә уртаҡлаша алыр инек, тип уйлайым. Австрия инвесторҙары өсөн власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә үҙҙәрен яҡлаулы тойоу мөһим, - тине Клестиль-Лёффлер әфәнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика