10:10 (UTC+5), 25 Июля 2012

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» алдан тауыш биреүгә йомғаҡ яһаны

Марина Шумилова
Муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа тәҡдим итеү өсөн кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү йомғаҡтары 25 июлдә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышында раҫланды.
Көҙгө муниципаль һайлауҙарҙа ҡатнашыуға дәғүә итеүсе 2574 кеше 1-20 июлдә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә алдан тауыш биреү процедураһын үтте. 2 меңдән ашыу кеше (79,2%) – партияның түбәнге бүлексәләре, 500-ҙән ашыу кеше (20,8%) Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ҡараған йәмәғәт ойошмалары менән тәҡдим ителде. Тауыш биреүҙә 28873 һайлаусы ҡатнашты. Уларҙың 86 проценты - «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары, 14 проценты – йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре.
Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының кандидаттар исемлегенә 658 партия ағзаһы һәм 201 партия яҡлы инде.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов фекеренсә, әлеге сара былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ үткән.
— Тауыш биреүҙе мөмкин тиклем ғәҙел үткәрергә тырыштыҡ, - тип һөйләне Альберт Мифтахов «Башинформ» агентлығына. – Бөгөнгө көнгә беҙ былтырғы тауыш биреүҙең хаталарын һәм етешһеҙлектәрен, яңыртыу буйынса тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Быға ҡарамаҫтан, алдан тауыш биреү бөтә ерҙә лә яҡшы кимәлдә үтмәне. Ҡайһы бер райондар буйынса иҫкәртмәләр ҙә бар, уларҙы партия активына, урындағы сәйәси совет секретарҙарына, башҡарма комитет етәкселәренә еткерәбеҙ. Дөйөм алғанда һайлауҙарға тәүге аҙым яҡшы булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика