05:11 (UTC+5), 18 Июля 2012

Башҡортостан Президенты РФ Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты

«Башинформ»
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты, уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Ултырышта тотороҡло иҡтисади үҫеш тәьмин итеү һәм граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса төбәк башлыҡтарының бурыстары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Атап әйткәндә, уңайлы инвестицион мөхит, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, оҙайлы сроклы инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин губернаторҙарға үҙҙәренең бурыстарын үтәй алмаған территориаль власть органдары етәкселәрен дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.
Бынан тыш, ил башлығы төбәктәр менән берлектә килем сығанаҡтарына ҡағылышлы хоҡуҡтарҙы бүлеү буйынса эште тамамлау бурысын ҡуйҙы.
«Федерация субъекттарының да, муниципалитеттарҙың да бюджетты тулыландырыуҙа ауырлыҡ кисергәнен беләм. Һәм федераль власть төбәктәргә ярҙам итергә тейеш. Тәү сиратта алдағы йылдарҙа хоҡуҡтарҙы бүлеү буйынса эште тамамлау зарур. Властың бөтә кимәлдәрендә лә тотороҡло килем сығанаҡтарын булдырыу мәсьәләләрендә аныҡлыҡ булырға тейеш», - тине Владимир Путин.
— Минеңсә, төбәк башлыҡтары федераль башҡарма властың территориаль органдары эшмәкәрлегенә контроллек итергә тейеш. Ниндәй формала икәне Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән билдәләнәсәк. Бындай эш элек тә алып барылды, әммә хәҙер был структураларҙың эшмәкәрлегенә баһа биреү һәм унда тәртип булдырыу мөмкинлеге буласаҡ, - тип Рәсәй Президенты инициативаларына комментарий бирҙе Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы төбәк бюджеттарын тулыландырыу мәсьәләләренең көнүҙәк булыуын билдәләне.
— Был йәһәттән хоҡуҡтарҙы бүлеү беҙгә, бер яҡтан, төрлө кимәлдәге инвесторҙар өсөн административ кәртәләрҙе кәметергә ярҙам итәсәк һәм, икенсе яҡтан, өҫтәмә килем алыу мөмкинлеген бирәсәк – был беҙҙең эшмәкәрлектең мөһим бер өлөшө, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика