Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июль 2012, 10:51

Марат Мәһәҙиев «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Марат Мәһәҙиев «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды.
Был вазифаға Марат Шәриф улы 2011 йылда тәғәйенләнде, ә бығаса, 2005 йылдан, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарҙы.
Марат Мәһәҙиев II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, «Ҡотҡарыу хаҡына берҙәмлек өсөн», «Яҡшы хеҙмәте өсөн», III, II, I дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалдары, «Хеҙмәттәре өсөн» билдәһе менән наградланған. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса 35 ғилми хеҙмәт авторы.
Автор: «Башинформ»
Читайте нас