09:22 (UTC+5), 17 Июля 2012

«Берҙәм Рәсәй» Үҙәк башҡарма комитет етәксеһен конкурс нигеҙендә һайлаясаҡ

Марина Шумилова
17 июлдә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына партия конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башлай. Конкурс маҡсаты - партияның Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына әҙерлекле, профессиональ белемгә эйә, эш тәжрибәһе булған, «Берҙәм Рәсәй»ҙең башҡарма органдары эшмәкәрлеген ойоштора алған кандидаттар һайлап алыу. Шуға күрә конкурста ҡатнашыусылар, ғариза һәм анкетанан тыш, үҙҙәре тарафынан әҙерләнгән Үҙәк башҡарма комитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тәҡдим итергә тейеш.
Партияның Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһен конкурс нигеҙендә һайлап алыу идеяһын «Берҙәм Рәсәй» лидеры Дмитрий Медведев Приморье крайының партия активы менән осрашыу барышында тәҡдим итте. 11 июлдә партияның генераль Советы Президиумы конкурс үткәреү тураһында рәсми рәүештә иғлан итте.
«Берҙәм Рәсәй» сайтында конкурс тураһында Положение, унда ҡатнашыусылар өсөн анкета һәм ғариза өлгөһө урынлаштырылған.
Заявкалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Сканер аша үткәрелгән документтарҙы konkurs@edinros.ru электрон адресына ебәреү мотлаҡ. Конкурс комиссияһы телефоны +7(495) 786-86-88.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика