Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль 2012, 11:53

Рөстәм Хәмитов инвестиция проекттарына ярҙам итеү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе

11 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшерелгән дүрт инвестпроекттың өсөһө торлаҡ төҙөлөшө өсөн майҙандар әҙерләүгә һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен төҙөүгә ҡағыла. Былар - Кузнецов затоны биҫтәһендә ( «Башҡортостан инженерлыҡ селтәрҙәре» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), Өфө районының Булгаков ауылында («СтройВертикаль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һәм Өфөнөң Дим районына ингән Баланов — Яңы Александровка ауылында («6-сы производство-төҙөлөш комплексы» төҙөлөш идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөүгә бәйле проекттар. Комиссия республиканың Белорет районында үҙенең сеймал базаһы буласаҡ берләштерелгән металлургия комплексы төҙөлөшөнөң проектын да ҡараны («Белсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте).
«Төбәк фонды» средстволарын инвестиция эшмәкәрлегендә файҙаланыу мәсьәләһенә туҡталып, Рөстәм Хәмитов, был Фондтың активтары егерме миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә, тип билдәләне.
— Был ресурстарҙы һөҙөмтәле ҡулланырға кәрәк, әрәм-шәрәм итергә ярамай, сөнки ул, һис шикһеҙ, халыҡ милке. Төҙөлөш булһынмы ул, инвестициямы — Төбәк фондынан ярҙам итеүҙең һәр вариантын беҙ бик иғтибарлы һәм ентекләп тикшерергә тейешбеҙ.
Уның һүҙҙәренсә, «быйыл инвестпроекттарға ярҙам итеүгә Төбәк фондынан ике миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бер миллиардтан ашыуы бүлеп бирелгән. Бер ярым миллиард һумы әлегә ҡулланылмаған. Беҙҙең бурыс — уларҙың һөҙөмтәле һәм рациональ файҙаланылыуын тәьмин итеү».
— Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге инвестпроекттар айырым иғтибарға лайыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. — Бөгөн ошондай өс проект көн тәртибенә ҡуйылған. Инвесторҙар тарафынан «Төбәк фонды»нан һоралған займдарҙың дөйөм күләме ете йөҙ миллион һумдан аша. Был аҡсаны бер нисә перспективалы майҙансыҡты тулыһынса ҡулланылышҡа индереү өсөн инженерлыҡ селтәрҙәре һәм комимуникацияларҙы проектлауға һәм төҙөүгә йүнәлтеү планлаштырыла.
Кисә ер участкалары буйынса кәңәшмәлә Өфөлә торлаҡ төҙөү өсөн урындар ҡалмауы тураһында һөйләгәйнем инде. Торлаҡ төҙөлөшө өсөн үҙләштерелмәгән биләмәләрҙе файҙаланырға тура киләсәк. Унда инфраструктура булдырырға кәрәклеге аңлашыла. Быға иһә аҡса талап ителә.
Ҙур инвестпроекттарҙың береһенә — Белорет районындағы «Белсталь» йәмғиәтенә килгәндә иһә, республика башлығы билдәләүенсә, «инвесторҙар йылына биш йөҙ мең тоннанан ашыу суйын етештерергә ниәтләй. Улар Туҡан ҡасабаһының бөтөн инфраструктураһын яҡшыртырға һәм меңдән ашыу эш урыны булдырырға вәғәҙә итә».
— Уҙған йылда «Олойылға – Туҡан» газ үткәргесен төҙөүгә федераль бюджеттан һикһән миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп иткәйнек инде, ә республика йөҙ ҙә алтмыш миллион һум индерҙе, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шулай итеп процесс башланды, эштәр бара. Металлургия комплексы төҙөлөшө проектын тормошҡа ашырыуға ярайһы ҙур сумма — бер миллиард һумдан ашыу аҡса һорайҙар. Быны тикшерергә кәрәк, әлбиттә.
Белешмә өсөн. Башҡортостан Президенты етәкселегендәге өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға ярҙам итеү буйынса комиссия составына БР Хөкүмәте, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, һалым һәм монополияға ҡаршы хеҙмәттәр, Милли банк, Үҫеш корпорацияһы, Төбәк фонды вәкилдәре инә.
Автор:«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: