04:41 (UTC+5), 02 Июля 2012

Рөстәм Хәмитов HAL корпорацияһы етәкселеге менән эш осрашыуы үткәрҙе

"Башинформ" | фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Шәмбе, 30 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Hindustan Aeronautics Limited (HAL) авиатөҙөлөш компанияһы идараһы рәйесе Равиндра Тьяги етәкселегендә Корпорация вәкилдәре менән осрашты. Республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа «Оборонпром» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы генераль директорының Һиндостан менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса урынбаҫары Игорь Чечиков, «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Дмитрий Колодяжный, «Рособоронэкспорт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Александр Михеев, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Александр Артюхов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Авиатөҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, һинд корпорацияһы менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, шулай уҡ артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Бынан тыш, Башҡортостан менән Һиндостан араһында иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барылды.
Белешмә өсөн:
HAL корпорацияһы — Һиндостандың әйҙәүсе авиатөҙөлөш компанияһы. Ул 1940 йылда ойошторолған. Рәсәй менән 1964 йылдан хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн компанияның 19 бүлексәһе, туғыҙ тикшеренеү-конструкторлыҡ үҙәге бар. Корпорация заводтарында сит ил лицензиялары буйынса 14 төрҙәге осоу аппараттары етештерелә. Әлеге ваҡытта корпорация Рәсәйҙән поставкаланыусы технологик комплекттарҙан ярайһы ҙур күләмдә Су-30 самолеттары партияһын төҙөргә ниәтләй. Был истребителдәрҙең двигателдәре лицензия буйынса Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең техник ярҙамында етештерелә. Шулай уҡ Өфө заводы Һиндостанда күнекмәләр үткәреү өсөн HJT-36 самолетының лицензиялы производствоһын ойоштороу буйынса төп предприятие итеп билдәләнгән.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика