05:26 (UTC+5), 20 Июня 2012

Дәүләт Думаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына торлаҡ алыуға аҡсалата түләү биреү тураһындағы закон проектын тикшерә

Марина Шумилова
19 июндә Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа «Ветерандар тураһында»ғы Федераль закондың 23.2 статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы Федераль закон проектын (хәрби хәрәкәттәр ветерандарына торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында) тикшерҙе, уның авторҙарының береһе булып Башҡортостандан депутат Иршат Фәхретдинов сығыш яһай.
Закон проекты «Ветерандар тураһында»ғы законды положение менән тулыландырыуҙы күҙ уңында тота. Положениеға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, хәрби хеҙмәт бурысын (хеҙмәт бурысын) үтәгәндә йәрәхәт, контузия алыу һөҙөмтәһендә инвалид булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм эске эштәр органдары, Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары һәм органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм начальниктарын, шулай уҡ һәләк булған (үлгән) хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының һәм ветерандарының ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү уларға торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү биреү ярҙамында башҡарыла ала.
Күрһәтелгән түләү граждандың яҙма ғаризаһы буйынса биреләсәк. Шул уҡ ваҡытта күрһәтелгән категория граждандарына торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған түләү биреү тәртибе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәте менән билдәләнәсәк.
2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары, һәләк булған йәки үлгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һәм инвалидтарының ғаилә ағзалары һаны 45380 кеше тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика