11:03 (UTC+5), 07 Июня 2012

«Башинформ» агентлығы һайлауҙарҙы яҡтыртҡан өсөн РФ Үҙәк һайлау комиссияһының наградаһын алды

Марина Шумилова
РФ Үҙәк һайлау комиссияһында 7 июндә киң мәғлүмәт сараларында һайлауҙарҙы һәм һайлау ҡануниәтенә бәйле мәсьәләләрҙе иң яҡшы яҡтыртыуға бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда «Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчев ҡатнашты.
Һайлауҙарҙы телевидениела һәм радиостанцияларҙа, баҫма киң мәғлүмәт сараларында, мәғлүмәт агентлыҡтарында һәм Интернет селтәрендә яҡтыртыу, шулай уҡ заманса электрон технологияларҙы файҙаланып яҡтыртыу кеүек дүрт номинацияла үткән бөтә Рәсәй конкурсында Рәсәйҙең 63 субъектынан 229 киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре ҡатнашты. Туғыҙ төбәк киң мәғлүмәт сараһы уның лауреаты булды. 2011-2012 йылдарҙағы һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса мәғлүмәт агентлыҡтары һәм интернет-баҫмалар араһында икенсе урын алған «Башинформ» агентлығы ла – улар араһында.
Конкурс еңеүселәренә дипломдар тапшырып, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров төбәк киң мәғлүмәт саралары журналистарының юғары профессионализмын билдәләне һәм, төбәк киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән һайлау тураһындағы материалдарҙың дөйөм иҫәбе федераль киң мәғлүмәт сараларындағына ҡарағанда күпкә артығыраҡ, тип билдәләне. Владимир Чуров әйтеүенсә, төбәк мәғлүмәт саралары һайлаусылар өсөн аңлайышлыраҡ яҙа.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе конкурс еңеүселәренә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының дипломдарын тапшырҙы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика