04:04 (UTC+5), 05 Июня 2012

Рөстәм Хәмитов кадрҙар комиссияһының беренсе ултырышын үткәрҙе

Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
4 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһының беренсе ултырышын үткәрҙе. Төбәктәге кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьевтың юғары уҡыу йортонда Кадрҙарға тест үткәреү үҙәген ойоштороу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Күҙалланыуынса, был үҙәктә төрлө дәүләт хеҙмәте, дәүләт предприятиелары етәкселәре вазифаларына, шулай уҡ кадрҙар резервына кандидаттар имтихан тапшырасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһы республика башлығының указы менән 2012 йылдың 29 майында ойошторолдо. Был коллегиаль кәңәш биреү органы дәүләт, дәүләт граждан хеҙмәте, республика ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнә. Кадрҙар комиссияһы 17 кешенән тора. Уның рәйесе - республика Президенты Рөстәм Хәмитов.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика