Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июнь 2012, 11:17

Өфөлә Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асылды

Кисә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуашстан Республикаһы башлығы Михаил Игнатьев ҡатнашты.
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы «Нарспи» сыуаш фольклор коллективы артистары ҡаршы алды. Бынан һуң төбәк башлыҡтары «Суук-Чишма» сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге (Ҡырмыҫҡалы районы) һәм Өфө предприятиелары менән әҙерләнгән халыҡ промыслалары изделиелары күргәҙмәһен ҡараны.
— Бөгөн беҙҙең республикала байрам – Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асыла, - тине Рөстәм Хәмитов, фестивалде асып. – Башҡортостан һәм Сыуашстан Республикаһы халыҡтарын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Беҙ бер-беребеҙгә кәрәк, беҙҙе айырып булмай. Тиҫтәләгән йылдар үтә килә, беҙҙең мөнәсәбәттәр нығый ғына.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, сыуаш халҡы Башҡортостанда бөтә йүнәлештәрҙә лә - белем алыу, сәнғәт менән шөғөлләнеү йәһәтенән дә үҫешә ала.
— Башҡортостанда сыуаш әҙәбиәте классиктары тыуған, - тип билдәләне ул. – Сыуашстан Республикаһы менән Башҡортостанды иҡтисади мөнәсәбәттәр генә түгел, рухи бәйләнештәр ҙә, бер-беребеҙгә ҡарата хөрмәт тойғоһо ла берләштерә. Кешеләр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр генә республикабыҙҙы көслө итә ала. Был мөнәсәбәттәр үҫешһен һәм бер ҡасан да өҙөлмәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.
—Башҡортостанда тыуған сыуаш халҡының бөйөк улдары: Константин Иванов, Яков Ухсай миңә мәктәп йылдарынан билдәле, - тине Сыуашстан башлығы. – Беҙ, төбәктәрҙең ике етәксеһе, беҙҙең мөнәсәбәттәргә, мәҙәниәткә бөгөн яңы импульс бирәбеҙ. Үҙ-ара ихтирамға ҡоролған беҙҙең мөнәсәбәттәр һаҡланып, артабан үҫешергә тейеш.
Михаил Игнатьев Рөстәм Хәмитовҡа бүләк тапшырҙы: уға сыуаш милли кейемен – пустав кейҙерҙе. Башҡортостан Президенты, үҙ сиратында, Сыуашстан башлығына елән һәм төлкө бүрек бүләк итте.
Мәҙәниәт көндәрендә Сыуашстандан яҡынса 300 мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнаша. Бындай ҙур сараны үткәреү беҙҙең төбәктә милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә, Сыуашстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Һуңғы тапҡыр Башҡортостанда Сыуашстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре 1982 йылда үткәрелгән.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: