04:12 (UTC+5), 01 Июня 2012

Өфөлә Башҡортостан менән Сыуашстан араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
31 майҙа Өфөлә, Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы менән Сыуаш Республикаһы араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуаш Республикаһы Башлығы Михаил Игнатьев ҡул ҡуйҙы.
— Беҙ был Килешеүгә ҡул ҡуйыуға айырыуса ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Сыуаш халҡы, Сыуаш Республикаһы менән беҙҙе бихисап «ептәр» генә түгел, ә үҙ-ара хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иптәшлек «арҡандары» бәйләй, һәм, һис шикһеҙ, беҙ яҡшы күршеләрсә, дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
Башҡортостан Президенты ике төбәктең киң мәҙәни, сәнәғәт бәйләнештәрен дә билдәләне.
— Сыуаш әҙәбиәте классиктарының – Константин Иванов менән Яков Ухсайҙың республикала тыуыуы менән ғорурланабыҙ, беҙ улар тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлауға әүҙем булышлыҡ итәбеҙ, уларҙың шәхесенә бәйле музейҙарға, тарихи урындарға ярҙам күрһәтәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика кешеләре – сыуаш диаспораһы вәкилдәре үҙҙәренең тыныс тойһон, өйҙә булыуҙарын, бында сыуаш телен, сыуаш мәҙәниәтен һаҡлауҙарын белһен өсөн эшләйбеҙ. Һәм киләсәктә лә ошо эштәребеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Договорға ҡул ҡуйыу – беҙҙең аралағы үҫә барыусы бәйләнештәрҙең яңы оло этабы ул.
Сыуаш Республикаһы Башлығы Михаил Игнатьев, үҙ сиратында, Башҡортостанда йәшәгән сыуаштар минең менән осрашҡанда тел һәм мәҙәниәтте һаҡлау өсөн бында күп нәмә эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала, тип билдәләне. Уның әйтеүенсә, төрлө сәбәптәр арҡаһында Сыуашстандан Башҡортостанға күсеп килгәндәре лә яңы ғаилә табыуҙары һәм бында уларға бик уңайлы булыуы тураһында һөйләй.
— Мин Башҡортостан Республикаһы, Сыуаш Республикаһы, бөтә Рәсәй Федерацияһы халҡы именлегенә беҙҙең аралағы бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡына ҡалмайынса, артабан нығытырбыҙ, үҫтерербеҙ, тип ышанам. Килешеү быға өҫтәмә импульс бирәсәк, — тип белдерҙе Михаил Игнатьев.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика