Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Май 2012, 16:23
Өфөгә Сыуашстан Республикаһы Башлығы Михаил Игнатьев килде
31 майҙа Өфөгә рәсми делегация менән Сыуашстан Республикаһы Башлығы Михаил Игнатьев килде. Аэропортта уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Өфөлә Михаил Игнатьев рәсми делегация менән бергә Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәрен үткәреүҙә ҡатнашасаҡ.
Сыуашстандың һынлы сәнғәт оҫталары әҫәрҙәренән әҙерләнгән күргәҙмәне асыу, Башҡортостан сыуаштарының милли-мәҙәни берекмәләре активистары менән осрашыу планлаштырылған.
Ике төбәк етәкселәренең ике яҡлы осрашыуы сиктәрендә Башҡортостан менән Сыуашстан Республикаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов менән Михаил Игнатьев Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
визиттар
Читайте нас