04:26 (UTC+5), 28 Мая 2012

Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» рәйесе итеп һайланды

Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
«Берҙәм Рәсәй» партияһының XIII съезы делегаттары Дмитрий Медведевты партия рәйесе итеп һайланы. РФ Хөкүмәте башлығы уның кандидатураһын хуплағандары өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте һәм артабан берлектә емешле эшләйәсәктәренә ышаныс белдерҙе.
Съезда йәмғеһе 2476 кеше ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы съезға республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә килде.
— «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙ эшмәкәрлегендә яңы этапҡа күсеүе, элекке механизмдарҙың эшләмәүе лә аңлашыла, эштәрҙе заманға яраҡлы үҙгәртеп ҡорорға, шул иҫәптән, тактиканы һәм стратегияны үҙгәртергә кәрәк, — тине республика башлығы журналистар менән әңгәмәләшкәндә.
— Партия бөгөн бер тауыштан үҙенең башлығын, Дмитрий Анатольевич Медведевты, һайланы. Сөнки барыһы ла Дмитрий Медведевтың яңы быуын идарасылары вәкиле булыуын, системалы, етди кеше икәнен белә һәм яҡшы аңлай, һәм, һис шикһеҙ, партия өсөн бындай кимәлдәге лидер – алға табан ҙур аҙым ул, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, съезда республика партияһынан делегация ҡатнашыуы ла ҙур роль уйнай.
— Көн элгәре съезда дискуссиялар үтте, һәм беҙҙең делегаттар уларҙа әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтендә эшләгән бик күп кешеләр менән осрашып, практик мәсьәләләр буйынса һөйләшеп өлгөрҙөм, шуға күрә был съезд бөтә яҡтан да файҙалы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика