11:25 (UTC+5), 24 Мая 2012

Парламентарийҙар төбәк башлығын туранан-тура һайлауҙы ойоштороуға бәйле закондарҙы камиллаштыра

Людмила Терновая
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се ултырышында депутаттар беренсе уҡыуҙа төбәк башлығын туранан-тура һайлауға бәйле бер нисә закондар сығарыу инициативаһын ҡабул итте.
Төҙәтмәләр индереү кәрәклеге 2 майҙа «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелеүенә бәйләнгән. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, «Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында»ғы БР законына, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында»ғы республика законының етенсе статьяһына төҙәтмәләр индерергә кәңәш ителгән.
Федераль законда, РФ субъектының иң юғары вазифалы кешеһе дөйөм тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә РФ граждандарының йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлана, тип билдәләнгән.
БР Конституцияһында әйтелеүенсә, Башҡортостан Президенты итеп 30 йәше тулған, пассив һайлау хоҡуғына эйә һәм РФ субъекты президентлығына кандидаттарға булған талаптарға яуап биргән РФ гражданы һайлана ала.
Вазифаға ингәндә бирелгән БР Президенты антының тексына ла закондар сығарыуға бәйле ҙур булмаған төҙәтмәләр индерелде.
«Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында»ғы БР законындағы статьяларҙың береһе яңы норма менән тулыланды, уға ярашлы, БР Президенты вәкәләттәре БР биләмәһендә теркәлгән һайлаусыларҙың инициативаһы менән ваҡытынан алда туҡтатыла ала.
— Бөгөн беренсе уҡыуҙа бер-береһенә бәйле өс закон ҡабул ителде, — тине республика парламентының Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Сафин. – Федераль ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә бәйле, субъекттарҙа субъект етәкселәрен һайлап ҡуйыу институты, йәғни төбәк башлығын туранан-тура һайлау индерелде. БР Конституцияһына БР-ҙа Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилде тәғәйенләү һәм вазифаһынан бушатыу өлөшөндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өҫтәмә вәкәләттәренә бәйле нормалар ҙа индерелде.
Билдәләп үтәйек, ваҡыттың сикләнгән булыуы арҡаһында үрҙә аталған БР закондарын тиҙ арала ҡабул итергә кәрәк ине. Федераль законға ярашлы, «Рәсәй Федерацияһы субъектының иң юғары вазифалы кешеһен (Рәсәй Федерацияһы субъектындағы дәүләт власының иң юғары башҡарма органы етәксеһен) һайлауҙы үткәреү тәртибен көйләүсе Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондарын ҡабул итеү» 2012 йылдың 1 июленә тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика