05:59 (UTC+5), 24 Мая 2012

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмектәре наградланды

Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков
23 майҙа Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда йыл һайын үткәрелеүсе «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» республика конкурсы лауреаттарын наградлау тантанаһы үтте. Конкурс ойоштороусылары булып «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидара буйынса совет сығыш яһаны.
Конкурста еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм конкурстың ойоштороу кимитеты рәйесе, БР Муниципаль берәмектәр советы идараһы рәйесе, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов тапшырҙы.
Владимир Балабанов республика Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән бәйгелә еңеүселәрҙе ҡотланы.
БР Президенты Хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренсә, халыҡ урындағы властарға ҡарата талапсаныраҡ була башланы. Халыҡтың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү уларҙан тора. Муниципаль кимәлдәге етди проблемаларҙы билдәләп, Владимир Балабанов Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидараның килемдәр базаһын көйләгән ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү башланғысы менән сығыш яһаусыларҙың береһе булып тороуын иҫкә төшөрҙө. Был муниципалитеттар торошон һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, тигән ышанысын белдерҙе ул.
Сергей Молчанов үҙ сиратында конкурстын республикала урындағы үҙидара реформаһын үҫтереүгә, был өлкәләге ыңғай тәжрибәне асыҡлау һәм йәйелдереүгә, иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә, муниципаль хеҙмәткәр һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йыл һайын унда ҡатнашыусылар һаны арта. 2011 йылда конкурста 100 муниципалитет ҡатнашты, был республиканың барлыҡ тиерлек муниципалитеттары.
Конкурс 12 номинация буйынса үткәрелде. Өфө, Ағиҙел, Сибай ҡалалары ҡала округтары, Благовещен, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Мишкә, Туймазы, Шаран, Шишмә һәм Яңауыл муниципаль райондары бәйгелә әүҙем ҡатнашты, тип билдәләне Сергей Молчанов.
Муниципаль райондарҙың иң яҡшы һайланған органдары тип Баймаҡ, Бәләбәй һәм Дәүләкән райондары Советтары танылды, улар беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар яуланы. Ҡала округтары араһынан Өфө, Октябрьский һәм Салауат Советтары иң яҡшылары тип табылды. «Иң яҡшы ауыл биләмәһе» номинацияһында Ғафури районының Сәйетбаба ауыл советы беренсе урынға сыҡты, икенсе урынды – Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауыл советы, өсөнсө урынды Асҡын районының Асҡын ауыл советы һәм Саҡмағош районының Бәшир ауыл советы яуланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса шулай уҡ ауыл биләмәләре, муниципаль райондар һәм ҡала округтарының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәрҙәре, иң яҡшы ауыл биләмәләре башлыҡтары, граждандарҙың әүҙемлеген арттырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә, муниципаль райондар һәм ҡала округтарының иң яҡшы сайттары билдәләнде.
Конкурс комиссияһы муниципаль реформа барышын яҡтыртҡан иң яҡшы журналистар тип Яңауыл телевидениеһы һәм радиоһы хәбәрсеһе Айҙар Исламовты (беренсе урын), «Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе Эмиль Мусинды, «Уфимские ведомости» гәзите һәм «Уфа» журналы хәбәрсеһе Алексей Фатыховты (икенсе урын) һәм «Огни Агидели» гәзите хәбәрсеһе Татьяна Лахованы (өсөнсө урын) таныны.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика