04:50 (UTC+5), 23 Май 2012

Башҡортостан Президенты Уругвай делегацияһы менән осрашты

«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Шишәмбе, 22 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда ANCAP дәүләт компанияһы етәксеһе Рауль Фернандо Сендик Родригес етәкселегендәге Уругвай делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Сит ил ҡунаҡтары Өфөгә эш визиты менән килде – улар республиканың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәре менән таныша, шулай уҡ «Газ. Нефть. Технологиялар-2012» күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Рөстәм Хәмитов Уругвай делегацияһына халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.
— Һеҙ республика компаниялары етәкселәре менән бер нисә осрашыу үткәрергә планлаштыраһығыҙ. Был һөйләшеүҙәр уңышлы үтер, тип ышанам, - тине осрашыуҙа Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, яғыулыҡ-энергетика комплексы, машиналар эшләү, нефть химияһы һәм геологоразведка хеҙмәттәшлек итеү өсөн төп йүнәлештәр була ала.
— Һеҙҙең корпорацияның аҙыҡ-түлек продукттары менән дә эш итеүен, шәкәр етештереүен беләм. Беҙҙе хеҙмәттәшлек итеүҙең барлыҡ йүнәлештәре лә ҡыҙыҡһындыра. Уругвай географик яҡтан уңайлы урынлашҡан, һеҙҙә шулай уҡ уңайлы инвестицион мөхит булдырылған. Республикағыҙ бизнесмендары беҙҙең ил бизнесы менән ҙур кинәнес менән эшләр ине. Беҙгә бындай хеҙмәттәшлекте документтарҙа нығытырға кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең министрлыҡтар һәм һеҙҙең компания араһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырасаҡ, тип уйлайым.
Үҙ сиратында Рауль Фернандо Сендик Родригес республика башлығына Башҡортостанға саҡырғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.
— Мин инде һигеҙ йыл дауамында Уругвайҙың яғыулыҡ компанияһына етәкселек итәм. Илдә иң ҙур компания һаналған беҙҙең предприятие биояғыулыҡ, нефть химияһы менән дә эш итә, аҙыҡ-түлек продукттары етештерә. Алда әйтеп үтелгән барлыҡ өлкәләрҙә лә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек булдыра алырбыҙ, тип уйлайым, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Уругвайҙың рәсми делегацияһы башлығы Башҡортостан Президенты менән осрашыу барышында.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика