10:59 (UTC+5), 22 Май 2012

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Космонавтика федерацияһы вәкилдәре менән осрашты

«Башинформ»
21 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Космонавтика федерацияһы вәкилдәре менән осрашты, делегацияны ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, авиация генерал-полковнигы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок етәкләй.
Делегация Өфөгә «Башҡортостан Республикаһында Гагарин көндәре»ндә ҡатнашыу өсөн килде. Осрашыуҙа Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аэрокосмик үҙәк төҙөү мөмкинлектәре, Башҡорт дәүләт университетында булдырылған Йыһан хеҙмәттәре инновация-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеген оҙатыу, шулай уҡ республикала йәшәүсе балаларҙың «Байконур» космодромына барыуын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов республиканың авиация, йыһан сәнәғәтенә туранан-тура бәйле булыуын билдәләне.
— Беҙҙең предприятиеларҙа, атап әйткәндә, ракета двигателдәре өсөн яғыулыҡ, йыһан караптары өсөн запас частар етештерелә. Бынан тыш, беҙҙә авиация сәнәғәте үҫешкән, - тип билдәләне республика башлығы. Ул Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереү тармағында төп предприятие булыуын иҫкә төшөрҙө.
— Әлегә беҙ Англияла үтәсәк «Фарнборо» күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн белгестәр төркөмөн әҙерләйбеҙ. Был күргәҙмә ағымдағы йылдың йәйендә үтә. Унда беҙҙең республика стенды тәҡдим ителәсәк. Яҡынса исеме - «Өфө - авиация һәм йыһан технологиялары ҡалаһы». Шуға күрә беҙҙең сәнәғәт донъя кимәленә тап килһен өсөн, беҙҙә заманса ҡеүәтле производстволар булһын өсөн был йәһәттән тырышып эш итәбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәктә «Башҡортостан Республикаһында Гагарин көндәре»н үткәреү йолаһы дауам итәсәк, тип ышандырҙы Президент. Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аэрокосмик үҙәк асыу тураһында һүҙ йөрөтөп, «республика властары бындай үҙәкте урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең береһе – гимназия нигеҙендә булдырырға ниәтләй, унда балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреү менән бер рәттән, илдең был өлкәлә белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә алырлыҡ балалар әҙерләү мәсьәләләре лә хәл ителергә тейеш», тине республика башлығы.
Осрашыу барышында мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың «Байконур» космодромына сәфәрен йыл һайын ойоштороу, «Минең йыһан донъяһы» проектын дауам итеү һәм Өфө планетарийы нигеҙендә йыһан йәки аэрокосмик музей булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика