05:30 (UTC+5), 21 Май 2012

Республика Президенты «Музейҙар төнө» бөтә донъя акцияһында ҡатнашты

«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыл һайын үткәрелеүсе «Музейҙар төнө-2012» бөтә донъя акцияһында ҡатнашҡан Өфөнөң бер нисә музейында булды, тип хәбәр иттеләр республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Быйыл акцияла Башҡортостан баш ҡалаһының 10 музейы ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Республика Хәрди Дан музейы, «Мираҫ» художество галереяһы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы экспозициялары менән танышты.
— Бөгөн илдә һәм бөтә донъяла «Музейҙар төнө» тип аталған ҡыҙыҡлы ваҡиға бара. Был көндә, кистә һәм төндә донъяның барлыҡ музейҙары асыҡ буласаҡ. Кешеләр бушлай галерея, күргәҙмә фонды, музейҙарға бара ала. Бөгөн мин киске ваҡытты, ә бәлки бер нисә төнгө сәғәтте лә, музейҙар буйлап йөрөүгә бағышларға булдым. Республика, Өфө музейҙарын ҡарап сығырға теләйем. Беҙҙә бихисап хазина коллекцияларҙа тупланған, сәнғәт, ҡул эштәре һәм башҡа ресурстар бик күп. Шуға күрә бөгөн барығыҙҙы ла минең менән бергә музейҙарҙы йөрөп сығырға саҡырам, махсус автобустар йөрөйәсәк. Матурлыҡ мөхитенә сорналып, тарих, үткәндәр һәм киләсәк солғанышында булып, бер кис эсендә бер нисә айға алдан энергия алырға була, - тине республика башлығы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына килеүселәргә мөрәжәғәт итеп.
Белешмә өсөн. Музейҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урында тора. Республикала 96 музей бар, уларҙың 25-е – дәүләт, 71-е –муниципаль учреждение. Дәүләт музейҙарына түбәндәгеләр ҡарай: БР Милли музейы һәм уның ҡала һәм райондарҙағы 11 филиалы, БР Милли әҙәбиәт музейы һәм уның 5 филиалы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы һәм уның 4 филиалы, Республика Хәрби Дан музейы һәм уның бер филиалы. Муниципаль учреждениелар иҫәбенә крайҙы өйрәнеүсе һәм мемориаль музейҙар инә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика