Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Май 2012, 14:54

Башҡортостанда иң «айыҡ» ауылдар иғлан ителде

Өфөнөң Конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсының гала-концерты үтте. Уны ойоштороусылар булып республика Хөкүмәте, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Киске Өфө» гәзите ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһаны.
Сара сиктәрендә матбуғат конференцияһы үтте, унда 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүселәр саҡырылды. Улар – Салауат районының Көҫәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылы. «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең рәйестәше Роберт Дәүләтшин хәбәр итеүенсә, был ауылдарҙа магазин кәштәләренән һыраға тиклем барлыҡ спиртлы эсемлектәр ҡыҫырыҡлап сығарылған, демографик хәл яҡшырған, енәйәтселек кәмегән, айыҡ туйҙар үткәрелә. Был ауылдар спорт майҙансыҡтары төҙөүгә, спорт инвентары алыуға, мәҙәни саралар үткәреүгә 200 мең һумға сертификаттар алды.
Конкурста Башҡортостандың 41 районынан йәмғеһе 99 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Йыл әйләнәһенә республикала илдең билдәле ғалимдары Виктор Кривоногов, Владимир Жданов, Александр Маюровтың айыҡлыҡ буйынса лециялары һәм семинарҙар ойошторолдо.
— Беҙҙең башланғыс ауыл халҡында ла, республика етәкселәрендә лә хуплау тапты, - тип билдәләне Роберт Дәүләтшин. – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та сәләмәт тормош алып барыу өлгөһөн күрһәтә. Ауылдарҙа беҙгә имамдар, православие дине хеҙмәтсәндәре, ауыл старосталары, ауыл советы башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр ярҙам итә. Хәрәкәткә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар ҙа ҡушылды. Әммә барыһы ла шыма ғына булманы: власть вәкилдәре, ябай граждандар араһында ҡаршылыҡтарға осраныҡ.
Ауылдарҙа үҙидара органдарының (ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар ҡоро, йәштәр советтарының) айыҡ тормошто пропагандалау эшендә әүҙемләшеүе конкурстың төп һөҙөмтәһе булып тора. Бәйге барышын бихисап республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары яҡтыртып барҙы. Бындай конкурстарҙы башҡа төбәктәр ҙә – Татарстан, Коми Республикаһы, Пермь крайы һәм Новосибирск өлкәһе үткәрергә планлаштыра.
— Әлеге заманда айыҡ, белемле булыу, спорт менән шөғөлләнеү модала, - тине БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин. – Был башланғыстың халыҡ араһынан сығыуы ҡыуандыра.
Тантаналы сара барышында еңеүселәр, иң әүҙем граждандар һәм конкурста ҡатнашҡан барлыҡ ауыл биләмәләре вәкилдәре наградланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, «БР муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры Тимур Лоҡманов, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов призерҙарҙы тәбрикләне. Шулай уҡ сарала «Айыҡ ауыл-2012» конкурсына старт бирелде.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас: