Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Май 2012, 14:10
Төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында»ғы законды камиллаштыра
«Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы БР закон проекты кесе йома, 24 майҙа, республика парламентының алдағы ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.
Закон проекты закондың алтынсы статьяһына яңы норма индерергә тәҡдим итә, уға ярашлы ҡул күтәреү, әрләшеү һәм башҡа бындай ҡылыҡтар ғаилә ағзалары ғына түгел, бергә йәшәүсе кешеләр өсөн дә тыйыла.
Бынан тыш, закондың 12-се статьяһы яңы редакцияла тәҡдим ителә. Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, водителдәр, машинистар, контролерҙар, контролер-ревизорҙар, кондукторҙар хеҙмәт бурысын үтәгәндә уларға ҡамасаулау, шулай уҡ уларҙың законлы талаптарын үтәмәү закон боҙоуға ҡараясаҡ.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
бр дәүләт йыйылышында
Читайте нас