09:59 (UTC+5), 18 Мая 2012

Республикала «Мин - граждан» социаль проекттар конкурсы иғлан ителде

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостанда «Мин - граждан» социаль проекттар конкурсы иғлан ителде. Уны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, төбәктең Мәғариф министрлығы сығыш яһай. Инициативалы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, ғаилә институтын нығытыу, сәләмәт тормошто пропагандалау (наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү), йәштәр араһында патриотизм, рухи-әхлаҡи мәҙәниәт һәм толерантлыҡ формалаштырыу, йәштәрҙең ижади һәләттәрен асыу, йәмәғәтселек һәм дәүләт власы органдары иғтибарын йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһенә йәлеп итеү сараның төп маҡсаттары булып тора.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: йәш ғаиләне нығытыу һәм уға ярҙам итеү; йәштәрҙең ижади һәләттәрен асыу; йәш быуындың интеллектуаль мөмкинлектәрен асыу; сәләмәт тормошто пропагандалау (наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү); йәштәр араһында патриотизм формалаштырыу; йәштәрҙең сәйәси белемен арттырыу; йәштәр араһында рухи-әхлаҡи мәҙәниәт һәм толерантлыҡ формалаштырыу; йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһен киңәйтеү; халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына ярҙам итеү; экологик хәлде яҡшыртыу; кесе туғандарыбыҙ (зоопроект); номинацияһыҙ.
Бәйгелә 16-нан алып 35 йәшкә тиклемге теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Заявкалар «Йәш Гвардия»ның урындағы бүлексәләрендә 15 июлгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс финалистары «Мин - граждан» төбәк-ара форумына барасаҡ, сара 20-27 августа Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» лагерында үтә.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста еңеүсе проекттар республика кимәлендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика