Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Май 2012, 18:32
Өфөлә балалар спорты мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтәсәк
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда 23 майҙа «Бәләкәй кешенең ҙур проблемалары» исемле түңәрәк өҫтәл үтә. Сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата үткәрелә. Унда балалар спорты һәм популяр булмаған спорт төрҙәре өсөн майҙансыҡтар етешмәү мәсьәләләре тикшереләсәк. Түңәрәк өҫтәл БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы башланғысы менән ойошторола. Осрашыуға башҡарма власть органдары вәкилдәре, Өфөнөң дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре саҡырылған. Түңәрәк өҫтәл һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул итеү планлаштырыла.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
түңәрәк өҫтәл
йәштәр сәйәсәте
Читайте нас: