08:02 (UTC+5), 15 Май 2012

Баш ҡалала берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк конференцияһы үтә

Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтә, унда партияның урындағы 69 бүлексәһенән 500-гә яҡын делегат ҡатнаша. Көн тәртибендә - партияның 26 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк XIII съезына делегаттар һайлау, Төбәк сәйәси советына өҫтәп ағзалар һайлау, үткән осорҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау һәм Башҡортостанда артабанғы эшмәкәрлек курсын билдәләү.
Йола буйынса, конференция яңы ағзаларға партия билеттарын тапшырыуҙан башланды. Партияның төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев түбәндәгеләргә партия билеттары һәм партия билдәләре тапшырҙы: Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва; республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов; Учалы районы хакимиәте башлығы Фәйез Дәүләтгәрәев; «Строитель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәре Роберт Лоҡманов; Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников; «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Сергей Панченко; Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин; Өфө ҡалаһы Октябрь районының Торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәре Алина Храмова.
Константин Толкачев үҙенең докладында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау, шулай уҡ ҡала округтары, ҡала һәм ҡайһы бер ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау һөҙөмтәләрен анализланы, алдағы йылға «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең бурыстарын билдәләне.
— «Берҙәм Рәсәй» партияһы күпселек рәсәйлеләрҙә яҡлау тапҡан ҙур көс булып тора, - тип билдәләне Константин Толкачев. – Партияның һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының әүҙем эшмәкәрлеге ярҙамында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Президентына кандидат итеп тәҡдим ителгән Владимир Путин өсөн республика һайлаусыларының 76 проценты тауыш бирҙе, был Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе булып тора.
Муниципаль һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән кандидаттарҙың яҡынса 77 проценты депутат итеп һайланды. Уларҙың 87 проценттан ашыуы – партия ағзалары һәм партия яҡлылар.
Алда ла беҙҙе мөһим һайлау кампаниялары көтә - ағымдағы йылдың октябрендә үтәсәк Башҡортостандың муниципаль райондары Советтарына депутаттар һайлау һәм киләһе йылда үтәсәк Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика