08:15 (UTC+5), 12 Май 2012

Рима Баталова: «Баланы спортҡа йәлеп итеү өсөн ата-әсәнең өлгөһө кәрәк»

Людмила Терновая
Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа Башҡортостанда яңы спорт биналарын төҙөү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иттеләр. Атап әйткәндә, йорт һәм мәктәп ихаталарында хоккей һәм футбол майҙансыҡтарын булдырыу мәсьәләһе ҡуҙғатылды.
— Бөгөн үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеге хаҡында, бәхеткә күрә, күптәр уйлана, - тип билдәләне Рима Баталова. – Йәштәрҙе сәләмәтләндереү өсөн дәүләт кимәлендә күп саралар күрелә. Шулай итеп, мәктәптәрҙә күптән түгел физик культура буйынса өҫтәмә дәрес индерелде. Был башланғыстың һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк. Күпселек белем биреү йорттарында берәр генә спорт залы булыуын иҫәптә тотоу зарур. Физик культура буйынса өҫтәмә дәрестәр индрелгәс, спорт майҙансыҡтарын арттырыу кәрәклеге лә килеп тыуа. Әлеге ваҡытта был мәсьәлә ҡайһы бер мәғариф учрежденеларында хәл ителә.
Депутат билдәләүенсә, балаларҙы спортҡа һәм физкультураға йәлеп итеүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең физкультура-сәләмәтләндереү комплекстарын төҙөү буйынса проекты ҙур роль уйнай.
— Физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары – ҙур комплекстар, унда теләгән һәр кем шөғөлләнә ала, - тине Рима Баталова. – Партия проекты сиктәрендә республикала шулай уҡ ябыҡ бассейндар төҙөлә. Уларҙа мәктәп уҡыусылары һәм студенттар йөҙөргә өйрәнеүҙән тыш, ярыштарға ла әҙерләнә ала.
Рима Баталова үҫеп килгән быуындың һаулығын нығытыуҙа республикала тормошҡа ашырылған «Йорт тренеры» партия проектының ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Йәш спортсыларҙы әҙерләгән иң яҡшы йорт тренерҙары ошо көндәрҙә грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды, - тип хәбәр итте ул. – Уларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге йәштәрҙе спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнай.
Бынан тыш, баланы спортҡа йәлеп итеүҙә, тәү сиратта, ата-әсәнең өлгөһө кәрәк, тип билдәләне депутат.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ата-әсәләрҙең көсөргәнешле йәшәү ритмы балаларҙың ял сәғәтенә күп ваҡыт бүлергә форсат бирмәй. Әммә ял көндәрендә телевизорҙан йәки яратҡан китаптан бер аҙға айырылып, балалар менән урамға сығырға йәки урманға барып килергә кәрәк. Һәр иртә һайын йүгереү балалар һәм үҫмерҙәр өсөн генә түгел, ата-әсәләр һаулығы өсөн дә бик файҙалы. Үҙебеҙҙең өлгөлә генә балаларға спорттың ни тиклем файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтә алабыҙ. Атайҙарҙың, әсәйҙәрҙең һәм билдәле спортсыларҙың өлгөһө үҫеп килгән быуынға файҙалы һәм ҡыҙыҡлы эш, ә бәлки, үҙҙәренең тормош юлын табырға ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Рима Баталова.
Спорт биналарына килгәндә, депутат һүҙҙәренсә, уларҙы төҙөү республикала дауам ителәсәк. Шуға күрә балаларға һәм ата-әсәләргә хәүефләнергә урын юҡ: үҙҙәренең спортҡа ҡағылышлы хыялдарын улар юғары кимәлдә тормошҡа ашыра ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика