05:42 (UTC+5), 10 Мая 2012

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотланы

Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков
9 май – Еңеү көнөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ленин майҙанындағы, Якутов һәм Матросов парктарындағы тантаналы сараларҙа булды.
Иван Якутов исемендәге паркта республика Президенты, атап әйткәндә, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһен ҡараны, ялан кухняһында булды, ветерандар менән аралашты.
— Ҡәҙерле ветерандар! – тип мөрәжәғәт итте геройҙарға Рөстәм Зәки улы. — Һеҙҙе бөйөк байрам - Еңеү көнө, ғүмерегеҙҙәге иң мөһим көн менән ҡотлағы килә. Күрәм, һеҙ көслө характерлы, матур кәйефле, күтәренке рухлы, ныҡ кешеләрһегеҙ, бик йыш йәштәргә тап ошолар етмәй ҙә инде. Һеҙҙәге был оптимизм оҙаҡ йылдарға етһен, тигән теләктәмен.
Әммә иң мөһиме - сәләмәт булығыҙ, яҡындарығыҙ, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, хатта бүләләрегеҙ ҡыуандырһын. Быуындар бәйләнеше имен булғанда, Ватаныбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә буласаҡ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән, беҙгә лә иҫәп тота алаһығыҙ. Бөтә эштәребеҙ ҙә килеп сыҡмайҙыр, бәлки. Ҡайһы ваҡыт финанстар етмәй, быныһын да аңлап тораһығыҙ. Әммә ҡайһы ваҡыт ябай аңлау, кешелеклек етмәй. Начальниктар араһында ла ошондай кешеләр бар. Әммә был хәлде төҙәтәсәкбеҙ. Һеҙгә һәр ваҡыт яҡшы булһын өсөн эшләйәсәкбеҙ.
Тағы бер тапҡыр һеҙҙе байрам менән, беҙ һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ! Һеҙҙе яратабыҙ! Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк. Уңыштар, һаулыҡ һәм изгелектәр! Ҙур рәхмәт һеҙгә!
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика