05:16 (UTC+5), 28 Апреля 2012

Тимур Хәкимов: «Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам күрһәтеләсәк»

Людмила Терновая
«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың төбәктәге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Өфө ҡала Советы депутаты, «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Тимур Хәкимов граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Ҡала халҡы закон сығарыусыға фатирҙарҙы законһыҙ һатыу, ер участкаларын хосусилаштырыу, шулай уҡ янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү мөмкинлектәренә ҡағылышлы мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте.
— Ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандар үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаясаҡ, улар өсөн быны белеү һәм тойоу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тимур Хәкимов. – Уларҙың һәр саҡ власть органдарына, шул иҫәптән закондар сығарыусылар – ҡала Советы, республиканың Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Думаһы депутаттарына мөрәжәғәт итә алыуын күрәтеү мөһим.
Тимур Хәкимов йыл һайын Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә меңләгән кеше мөрәжәғәт итеүен билдәләне. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
— Бөгөн осрашыуға баш ҡаланың Совет районы халҡы ғына килмәне, Өфөнөң башҡа райондарынан да ярҙам һәм кәңәш һорап килеүселәр булды. Проблемалар төрлө, уларҙы хәл итеү ваҡыт талап итә. Әммә һөҙөмтәлә бөгөн мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам күрһәтеләсәк, - тип ышандырҙы Өфө ҡала Советы депутаты Тимур Хәкимов.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика