06:52 (UTC+5), 28 Апреля 2012

Күмертауҙа социаль партнерлыҡ буйынса ҡала өс яҡлы комиссияһы ултырышы үтте

Марина Шумилова
«Берҙәмлек. Хеҙмәт. Теләктәшлек» девизы аҫтында Беренсе май алдынан Күмертауҙың «Таң» мәҙәниәт һарайында хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса ҡала территориаль комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда ойошма етәкселәре, профком рәйестәре, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр ҡатнашты. Ултырышты үткәреү алдынан ҡала округында Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә, шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт байрамына ҡарата «Хеҙмәтте һаҡлау аҙналығы» үткәрелгәйне.
Территориаль өс яҡлы комиссия ултырышында уның координаторы, ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев сығыш яһаны, тәү сиратта ул Күмертауҙа эш хаҡы кимәленә баһа бирҙе.
— Бәләкәй бизнесты иҫәпкә алмайынса, предприятие һәм ойошмаларҙа уртаса айлыҡ эш хаҡы 2011 йыл өсөн 15491,6 һум тәшкил итте. 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, ҡалала уртаса хеҙмәт хаҡы 14,3 прцентҡа артты, - тип билдәләне ул. – 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Күмертауҙа иң юғары эш хаҡы – финанс эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәрҙә, производствола һәм электр энергияһын, газ һәм һыу таратыу өлкәһендә эшләүселәрҙә, иң түбән эш хаҡы – нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә, ауыл хужалығында.
Ултырыш барышында 2011 йыл һәм 2012 йылдың тәүге кварталы өсөн социаль партнерлыҡ буйынса эш һөҙөмтәләре, хеҙмәтсәндәр хоҡуҡтарын яҡлауҙа профсоюздар роле, балаларҙың йәйге сәләмәтләндереү ялын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Сара аҙағында Борис Беляев производство хеҙмәткәрҙәре төркөмөнә «Хеҙмәт ветераны» һәм «Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны» танытмаларын тапшырҙы.
Шул уҡ көндө «Таң» мәҙәниәт һарайында атҡаҙанған производство хеҙмәткәрҙәре, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр, хеҙмәт династиялары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре өсөн «Рәсәй ғорурлығы – хеҙмәт кешеләре» исемле концерт ойошторолдо.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика