12:00 (UTC+5), 27 Апреля 2012

Федерация Советы төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу тураһындағы законды хупланы

Людмила Терновая
Совет Федерацияһы губернаторҙарҙы туранан-тура һайлау тураһындағы законды хупланы. Яңы закон төбәк башлыҡтарының һайлап ҡуйылыуын күҙ уңында тота, әммә кандидаттар күрһәтеүҙе сикләй, тип хәбәр итә «Интерфакс». Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән 2012 йылдың 16 ғинуарында Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим ителгән губернаторҙарҙы һайлап ҡуйыу тураһындағы закон проекты 25 апрелдә һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде.
Законға ярашлы, Рәсәйҙең 30 йәштән өлкән граждандары — партияларҙан күрһәтелгәндәре лә, үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр ҙә (әгәр төбәк быны кәрәк тип тапһа) губернаторлыҡҡа һайлана аласаҡ. Үҙҙәрен үҙҙәре күрһәткәндәргә, үҙен яҡлап, төбәктәге барлыҡ һайлаусылар иҫәбенең 0,5- 2 проценты күләмендә (аныҡ һанды төбәк үҙе билдәләй) ҡултамға йыйырға тура киләсәк. Президентҡа кандидаттар күрһәткән партиялар һәм үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр менән үҙ ҡарамағы буйынса консультациялар үткәреү хоҡуғы бирелә.
Законда ҡаралғанса, губернаторлыҡҡа кандидаттар төбәктең кәм тигәндә 3/4 муниципаль берәмеге депутаттарының 5-10 процентында яҡлау табырға тейеш (был диапазондағы аныҡ күрһәткесте төбәктәр үҙ аллы билдәләй). Шул уҡ ваҡытта депутаттар ни бары бер генә кандидатҡа тауышын бирә ала.
Кәрәк булғанда һайлау ике турҙа үткәреләсәк — унда еңеү өсөн участкаларға килгән һайлаусыларҙың 50 проценттан ашыу тауышын йыйырға кәрәк буласаҡ. Законд төбәк башлыҡтарының юғары вазифаны рәттән ике тапҡырҙан ашыу биләй алмауы ла күрһәтелгән.
Закон 2012 йылдың 1 июнендә көсөнә инә. Уға ярашлы тәүге губернатор һайлауҙары 2012 йылдың көҙөндә үтәсәк, тип көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика