11:16 (UTC+5), 25 Апреля 2012

Төбәк башлығы музыкант Олег Кирәевкә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы

24 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов музыкант Олег Кирәевкә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был маҡтаулы исем уға Башҡортостан Президентының 2012 йылдың 1 мартындағы Указы менән Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелде.
— Яңы исемгә лайыҡ булып, Олег Хөсәйен улы беҙҙе концертҡа саҡырыр, тип уйлайым, - тине Рөстәм Хәмитов, артисҡа награда тапшырып.
Олег Кирәев республика башлығына юғары награда өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Хәмитовты «Европа, донъя сәнғәтен яратҡан һәм беҙҙең милли фольклорға һаҡсыл ҡарашта булған кеше» буларҡ белеүен билдәләне.
— Мин үҙ тормошомда беҙҙең туған моңдарҙы джаз менән берләштереү менән шөғөлләндем. Бының ярҙамында күптәр ҡумыҙ менән ҡурайҙың нимә икәнен белде, - тине музыкант.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика