11:29 (UTC+5), 25 Апреля 2012

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәтенең кәңәшмәһендә ҡатнашты

"Башинформ"
25 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡала яны тимер юл транспортында пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы ойоштороу, шулай уҡ Волга буйы федераль округында тимер юл транспортына бәйле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәйҙең транспорт министры Игорь Левитин, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Владимир Якунин һәм Волга буйы төбәктәре етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡала яны поездарында йөк һәм пассажирҙар ташыуға тарифтар, юл йөрөгәндә ташламаларҙан файҙаланыу мөмкинлеген булдырыу, күсмә составты файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Волга буйы федераль округы төбәктәрендәге инвестицион эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.
Башҡортостанда ҡала яны тимер юл транспорты йыл һайын 1,5 миллиондан ашыу кешене ташый. Транспорттың был төрөндә мәктәп уҡыусыларының, студенттар һәм айырым категориялағы граждандарҙың (хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙар, сәйәси репрессия ҡорбандары һәм башҡаларҙың) льготалы (билет хаҡынан 50 процент күләмендә) юл йөрөүе ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектәге «Өфө станцияһындағы тимер юл вокзалын реконструкциялау» инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2011 йылда төҙөлөштөң беренсе сиратын реконструкциялау тулыһынса тиерлек тамамланған, төҙөлөш башланғандан алып башҡарылған эштәр күләме 3 млрд һумдан ашыу суммаға барып баҫҡан. Төҙөлөштөң икенсе сираты (ҡунаҡхана һәм күп ҡатлы автомобилдәр ҡуйыу урынын төҙөү, ер аҫты үткәүелен оҙонайтыу менән бергә вокзалдың яңы бинаһын төҙөү) 1,1 млрд һум сумма менән баһалана.
Республиканың тимер юл вокзалдарында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү маҡсатында 2010 йылдың декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл, Сибай, Салауат, Белорет ҡалаларындағы һәм Аксаков ауылындағы тимер юл вокзалдарын реконструкциялау, шулай уҡ уларҙың нигеҙендә транспорт-күсеп ултырыу узелдарын булдырыу проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика