12:42 (UTC+5), 24 Апреля 2012

Төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу ғәмәлен тергеҙергә кәрәк, тип иҫәпләй Рәсәй Президенты

Тимур Рәхмәтуллин
Ил Президенты Дмитрий Медведев, Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, йәмғиәттең Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыу системаһына кире ҡайтыуға әҙер булыуын билдәләне.
— Үҙ ваҡытында төбәк етәкселәрен һайлап ҡуйыу системаһын туҡтатырға мәжбүр булғайныҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – 90-сы йылдарҙан ҡалған тотороҡһоҙ сәйәси системаны санациялау һәм һауыҡтырыу талап ителде. Был маҡсаттарға ирештек, сепаратизм тенденциялары туҡтатылды. Эре сәйәси партиялар бөтә төбәк парламенттарында фракциялар булдырыуға иреште. Система стабилләште, әммә унда торғонлоҡ билдәләре күҙәтелә башланы.
Дмитрий Медведев фекеренсә, хәҙер төбәктәрҙә йәшәүсе халыҡҡа үҙенә сәйәси тормошта ҡатнашыу мөмкинлеген бирергә кәрәк, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыу хоҡуғын биреү.
— Губернаторҙарҙы һайлап ҡуйыу, партияларҙың ирекле рәүештә теркәлеүе, парламент һайлауҙарының яңы тәртибе йәмғиәттәге сәйәси мәҙәнилек кимәленең юғары булыуы хаҡында һөйләй, - тип иҫәпләй ил башлығы. – Демократия хәҙер әрләү һүҙе түгел, илдә уның абруйы тергеҙелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика