Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Апрель 2012, 17:10
Дмитрий Медведев төбәк хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе яҡлап сығыш яһаны
Бөгөн Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ил Президенты Дмитрий Медведев төбәктәрҙең хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе яҡлап сығыш яһаны. Уның фекеренсә, федераль бюджеттан йүнәлтелгән субсидия һәм субвенцияларҙы төбәктәр үрҙән артыҡ сикләүҙәрһеҙ үҙаллы файҙалана алырға тейеш.
— Бер нисә йыл эсендә төбәктәр һәм муниципалитеттар үҙаллы файҙаланасаҡ ресурстар күләмен ярайһы уҡ киңәйтергә тейешбеҙ, - тип белдерҙе ил Президенты. – Уны яҡынса бер триллион һумға арттырыу планлаштырыла.
Дмитрий Медведев бының күп төбәктәрҙең үҫешенә импульс бирәсәгенә ышана.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
рф президенты
дәүләт советы
Читайте нас: