10:32 (UTC+5), 20 Апреля 2012

Баш ҡалала профсоюздар пленумы үтте

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советының III пленумы үтте. Унда территориаль һәм түбәнге профсоюз ойошмалары рәйестәре, республика министрлыҡ һәм ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән. Пленумда шулай уҡ Мәскәүҙән дә ҡунаҡтар булды. Улар – Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Ойоштороу эштәре департаменты етәксеһе урынбаҫары Татьяна Пашко һәм «Солидарность» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Наталья Кочемина.
Профсоюздар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу пленумдың төп темаһы булып торҙо. Сарала, атап әйткәндә, берҙәм белем биреү стандарттарының булмауы, түбәнге ойошмалар кимәлендә профсоюз кадрҙарын уҡытыуҙың түбән һөҙөмтәлелеге тикшерелде.
Пленумда ҡатнашыусылар профсоюз хеҙмәткәрҙәре һәм активистары өсөн профессиональ йәһәттән үҫеү өсөн шарттар булдырыу; ситтән тороп уҡыуҙы үҫтереү; бөтә йүнәлештәрҙә лә мәғлүмәти эшмәкәрлекте көсәйтеү; инновацион белем биреү институттарын асыу кәрәклеген билдәләне. Профсоюздарҙың үҙәк комитеттарын берләштереү мәсьәләһе лә киҫкен торҙо.
Пленумда йәш быуынға белем биреү мәсьәләһе лә айырым ҡаралды. Йәштәрҙе әүҙем профсоюз эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында уҡытыу тренингтары, түңәрәк өҫтәлдәр,оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
— Әммә үрҙән тәҡдим ителгән инициатива ғына етмәй, - тип иҫәпләй Татьяна Пашко. – Йәштәр үҙҙәре белемдәрен камиллаштырырға, әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Барыһы ла уларҙың тормошта кәрәк булған яңы нәмәләр тураһында белеү теләгенән тора.
Пленумда шулай уҡ Рәсәйҙең закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына илдәге йәшәү минимумының көн талаптарына тап килмәүе тураһындағы ғариза ебәрергә ҡарар ителде. Профсоюздар иҫәпләүенсә, ҡулланыусылар кәрзинен һәм йәшәү минимумын Рәсәй социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ҡатнашлығында ҡайтанан билдәләү зарур. Был эштә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының да фекере иҫәпкә алынырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика