11:46 (UTC+5), 19 Апреля 2012

Төбәк башлығы «хәләл» терминын артыҡ ҡулланмаҫҡа саҡырҙы

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикала хәләл индустрияны үҫтереү тураһындағы фекере менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, ул күптән түгел республикала тәүгә шәриғәт ҡанундарына ярашлы хеҙмәттәр күрһәткән «Восток-Капитал» банкының асылыуы хаҡында билдәләне.
— Ислам банкингы бөгөн Европала, Рәсәйҙә әүҙем үҫешә, - тип билдәләне республика башлығы. – Шәриғәт ҡанундарына ярашлы бындай финанс хеҙмәттәр күрһәткән банктары булған төбәктәр иҫәбенә республиканың инеүе бик ҡыуаныслы. Кешеләрҙең һайлап алыу мөмкинлеге булырға тейеш – ғәҙәти коммерция банкы, йәки ислам банкы. Беҙҙә хәләл продукция етештереү, мосолман кейемдәрен тегеү үҫтерелә. Әммә шуны ла иҫкәрткем килә: «хәләл продукция» термины самаһынан артыҡ ҡулланылырға тейеш түгел. Беҙҙә ҡайһы саҡта барыһын да, хатта хәләл булмаған нәмәне лә хәләл тип атайҙар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика