09:49 (UTC+5), 19 Апреля 2012

Республикала әсәлек капиталына ҡағылышлы закондың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу тураһындағы башланғысты хуплайҙар

Людмила Терновая
Дәүләт Думаһында үткән парламент тыңлауҙарында әсәлек капиталы тураһындағы закондың ғәмәлдә булыу ваҡытын 2025 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова иҫәпләүенсә, дәүләттең ғаиләне яҡлауға йүнәлтелгән һәр башланғысы кешеләрҙең йәшәү сифатына һәм илдең демографик хәленә йоғонто яһай.
— Күптәр әсәлек капиталының демографик хәлгә йоғонтоһо бик әҙ тип иҫәпләй, - тип билдәләне депутат. – Мин был фекер менән килешмәйем. Ғаиләне яҡлауға, баланың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек, әлбиттә, илдә тыуым артыуға йоғонто яһай. Дөйөм алғанда, әсәлек капиталы тураһындағы закондың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу концепцияһы миңә аңлашыла, һәм мин уны тулыһынса хуплайым.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева хеҙмәттәше менән килешә.
— Әсәләргә һәм балаларға йүнәлтелгән һәр закон даими рәүештә эшләргә тейеш, - тип белдерҙе Римма Үтәшева. - Әлбиттә, кешеләр аҡса өсөн бала тапмай, әммә ғаиләнең иҡтисади хәле шулай уҡ мөһим. Мин һәр ваҡыт әсәләр менән эшләйем. Әсәлек капиталы тураһындағы закон булдырылғандан алып шуға инандым: был сара республикабыҙҙың күп ғаиләләре өсөн ҙур ярҙам булып тора. Ғаиләгә дәүләт ярҙамы бик мөһим һәм кәрәк. Был закондың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу дөрөҫ ҡарар буласаҡ, тип уйлайым.
«Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Федераль закон 2006 йылдың декабрендә булдырылды. Ул ваҡыттан алып Рәсәйҙә 10 миллиондан ашыу сабый донъяға килде. Был, Европаның күпселек илдәре менән сағыштырмаса, күпкә күберәк. 2006 йылдан алып илдә 3,3 миллиондан ашыу сертификат тапшырылды. Башҡортостанда иһә 126 мең ғаилә был дәүләт ярҙамы менән файҙаланды. Ғәҙәттә, әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулланалар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика