11:25 (UTC+5), 19 Апреля 2012

Башҡортостан Президенты «Айыҡ ауыл» конкурсының ролен юғары баһаланы

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында сығыш яһап, йәштәрҙең бөгөнгө проблемалары хаҡында әйтеп үтте. Улар араһында - әхлаҡлылыҡтың, мәҙәниәттең түбән кимәлдә булыуы, енси тәртипһеҙлек, суицид, алкоголизм һәм наркомания. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәте эшмәкәрлеге яҡшы миҫал булып тора, тине ул.
— Ҡайһы бер ауылдарҙың үҙҙәрен айыҡлыҡ зонаһы тип иғлан итеүе ҡыуаныслы, - тип билдәләне республика Президенты. – Былтыр «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәте «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәрҙе. Унда еңеүселәр аҡсалата приздар ғына түгел, ә үҙҙәренең абитуриенттары өсөн республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарына квоталар ҙа ала. Айыҡ мөхиттә тәрбиәләнгән балаларҙың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөклө хоҡуғы булыуы мөһим, тип уйлайым. Әлбиттә, эскән ғаиләләрҙә лә һәләтле балалар бар, һәм ундай балаларға ярҙам итеү айырыуса мөһим. Әммә айыҡлыҡ хәрәкәтен үҫтереү зарур. Алкоголизмға ҡаршы көрәшеү эшмәкәрлеген тәҡдим иткән мосолман ойошмаларына ҙур рәхмәт.
Республика башлығы фекеренсә, эскелеккә эшһеҙлек килтермәй, киреһенсә, эскелек эшһеҙлеккә килтерә.
— Эсмәгән хәлдә, ауылда эш һәр ваҡыт табыла, - тине Президент. – Беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Ауылдарҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыу мәсьәләләре беҙҙең өсөн бик мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика