09:12 (UTC+5), 18 Апреля 2012

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов чиновниктарҙан ветерандарға ҡарата кешелеклерәк булыуын талап итә

Евгений Рәхимҡолов
Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов халыҡты социаль яҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән кешелеклерәк мөғәмәлә итеүҙәрен талап итә. Уның һүҙҙәренсә, Ватанды һаҡлап зыян күргән кешеләргә ҡарата ғәҙелһеҙ булыу осраҡтары республика райондарында һәм ҡалаларында йыш күҙәтелә.
— Бындай осраҡтарҙың береһе яңыраҡ Ғафури районында булды, - тип комментарий бирҙе Иршат Фәхретдинов «Башинформ» агентлығына. – Миңә Красноусол ауылында йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны мөрәжәғәт итте. Яуҙа ул ҡулһыҙ ҡалған. 2011 йылдың 7 ноябрендә ҡабул ителгән 306-сы «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе аҡсалата тәьмин итеү һәм уларға айырым түләүҙәр билдәләү тураһында»ғы Федераль закондың 3-сө статьяһында ҡаралған 13-сө пунктҡа ярашлы, хәрби хәрәкәттәр инвалиды булараҡ уға ай һайын аҡсалата компенсация түләнергә тейеш. Әммә райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге бындай компенсация түләүҙән баш тартҡан. Бүлек хеҙмәткәрҙәре Федераль закон тексында һәм Медик-социаль эксперттар комиссияһының медицина белешмәһе тексындағы һүҙҙәрҙең тап килмәүенә һылтана. Законда «хәрби травма» термины бирелгән, ә ветерандың медицина белешмәһендә «яраланыу» тип яҙылған. Был кеше 1980-се йылдарҙа Афған һуғышында ҡулын юғалтҡан. «Хәрби травма» термины ул ваҡытта ҡулланылмаған. Компенсация түләүҙән баш тартҡан бүлек хеҙмәткәрҙәре был хаҡта белмәй моғайын. Әммә ҡулһыҙ ҡалыуҙың хәрби травма булыуы көн кеүек асыҡ.
Иршат Фәхретдинов һүҙҙәренсә, был хәл Башҡортостанда берҙән-бер осраҡ түгел. Элегерәк депутат, халыҡты социаль яҡлау органдарында хәрби хәрәкәттәр ветерандары яҙмышын үҙҙәре ветеран булған белгестәр хәл итергә тейеш, тигән идеяһын тәҡдим иткәйне.
— Өфөлә бындай осраҡтар йыш күҙәтелмәй. Ветерандар бында депутаттарға, төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итә ала. Ә ауылда втерандар яҡлауһыҙ ҡала, - тип иҫәпләй Иршат Фәхретдинов.
Депутат һүҙҙәренсә, бындай ғәҙелһеҙлек осраҡтарын башҡаса булдырмау маҡсатында ул Башҡортостандың Хеҙмәт һам халыҡты социаль яҡлау министрлығына түбәндәге тәҡдим менән мөрәжәғәт итмәксе: халыҡты социаль яҡлау территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре араһында 306-сы Федераль закон буйынса компенсация түләү осраҡтарына ҡағылышлы аңлатма эштәрен үткәреү. Ведомствола был тәҡдим яҡлау табыр, тип ышана Иршат Фәхретдинов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика