10:54 (UTC+5), 17 Апреля 2012

«Берҙәм Рәсәй» сираттан тыш съезд үткәрәсәк

Евгений Рәхимҡолов
«Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙенең сираттан тыш отчет-һайлау съезын үткәрергә планлаштыра. Ул яҡынса май аҙағы – июнь башына билдәләнгән. Аныҡ дата әле билдәле түгел. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, съезд яңыраҡ илдә үткәрелгән һайлауҙарға йомғаҡ яһауға бағышланасаҡ.
Альберт Мифтахов һуңғы бер нисә ай эсендә илдә сәйәси системаның етди үҙгәрештәр кисереүен иҫкә төшөрҙө.
— Беҙҙә бөтөнләй башҡаса һайлау ҡануниәте. Был партияларға ла, шулай уҡ губернатор һайлауға ла ҡағыла, - тине ул. – Закондар сығарыу йыйылыштарына ла һайлау системаһы үҙгәртеләсәк. Урындағы үҙидара органдарына үҙаллылыҡты күберәк биреү тураһында ла һорау ҡуҙғатыла. Был осраҡта партия эшмәкәрлеге лә үҙгәрергә тейеш. Съезд йыйып, нимәләр булып үтеүен теркәргә һәм киләсәккә бурыстар билдәләргә кәрәк.
Альберт Мифтахов съезд һөҙөмтәләре буйынса партияның Генераль советында етде үҙгәрештәр булыу мөмкинлеген дә йәшермәне. Атап әйткәндә, унан Мортаза Рәхимов, Юрий Лужков, Минтимер Шәймиевтың китеүе көтөлә. Был элекке төбәк етәкселәре бөгөн күп параметрҙар буйынса Генераль совет форматына тура килмәй.
Альберт Мифтахов билдәләүенсә, «Берҙәм Рәсәй» съездары элеккегә ҡарағанда ябайыраҡ, тик эш форматында ғына үтергә тейеш.
Съезға делегаттар һайлауҙа ла ошондай алым булырға тейеш, тип иҫәпләй берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Бындай сараларҙа партияла һәм илдә барған хәлдәрҙе аныҡ аңлаған айырым кешеләрҙең генә ҡатнашыуы зарур. Партия съездарына эшселәрҙе һәм ауыл хужалығы вәкилдәрен саҡырыу йолаһы ла һөҙөмтә бирмәй. Бындай делегаттар, ғәҙәттә, «үрҙәгеләр» менән ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн пассив рәүештә генә тауыш бирә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика