Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Апрель 2012, 15:13

Башҡортостан Президенты хакимиәтендә йәмәғәт ҡабул итеү: власть абруйы граждандарҙың проблемаларын хәл итеүҙән тора

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә сираттағы граждандар ҡабул итеүҙә эш хаҡы буйынса бурыстар түләнмәү, халыҡты иҫке йорттарҙан күсереү, фермер хужалыҡтарына ярҙам итеү һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре тикшерелде. Граждандар менән осрашыуҙы БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Пчелинцев үткәрҙе.
Өфөлөләрҙән тыш, Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫарына Салауат ҡалаһында, Ауырғазы, Дәүләкән, Шишмә, Стәрлебаш, Краснокама райондарында йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итте.
Салауат ҡалаһынан килгән ике эшсе ҡатын эш хаҡы буйынса бурыстар түләнмәү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Банкротлыҡҡа дусар булған «Салауат тимер-бетон заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке хеҙмәткәрҙәренә 2008 йылдан алып 2009 йылға тиклем эш хаҡы түләнмәгән. Йәмғиәттең 225 кешегә 13 миллион һумдан ашыу күләмдә аҡса түләйһе бар.
— Был ауыр хәл, - тине Виктор Александрович. - Әммә уны хәл итеү өсөн барлыҡ механизмдарҙы ҡулланырға кәрәк.
Өфөнән йәш ғаилә лә ауыр хәлдә ҡалған. Уларҙы бәләкәй ҡыҙҙары менән һыуы ла, газы ла булмаған иҫке йорттан күсерергә тейештәр. Әммә төҙөүсе әле булһа вәғәҙә иткән торлаҡ майҙанын бирмәй.
Ауырғазы һәм Стәрлебаш райондарында йәшәүселәрҙе элекке коллектив хужалыҡтарында күҙәтелгән күңелһеҙ хәлдәр, хужалыҡ мөлкәтен туҙҙырыу, ер пайҙары менән бәйле мутлашыуҙар, һөтсөлөк һәм малсылыҡ фермаларын бөтөрөү мәсьәләләре борсой. Улар был проблемаларҙы хәл итеү өсөн республика властарынан махсус комиссия ебәреүен һорай.
Стәрлебаш районынан килеүселәр шулай уҡ район кешеләренә инвалидлыҡ биреүҙә тәртип боҙоуҙар тураһында әйтте.
Шишмә районының Келәш ауылында ер пайҙарын бүлеү мәсьәләһе буйынса барыһы ла шыма түгел. Уларҙы хосусилаштырыуҙа ауыл халҡы төрлө ҡаршылыҡтарға осрай.
БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫарына эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса Салауат ҡалаһы һәм Краснокама районынан мөрәжәғәт иттеләр. Украинанан күсеп килгән, әле Өфөлә йәшәгән ғаилә үҙ эшен асыу маҡсатында социаль пособие йәки кредит алыуҙа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Өс сәғәт эсендә йәмғеһе ундан ашыу граждан ҡабул ителде. Һәр айырым осраҡта Виктор Пчелинцев һәм граждандар ҡабул итеүҙә мотлаҡ ҡатнашырға тейеш Адвокаттар коллегияһы юристары мәсьәләне ентекле тикшереп, уны хәл итеү юлдарын табырға тырышты.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: